Шоңҡар
+31 °С
Ясно
Новости
20 Ноября 2019, 12:35

Бәлиғ булмағандарға ла водитель таныҡлығы бирелеүе ихтимал

Дәүләт автоинспекцияһы оҙайлы уҡытыу курсы ойоштороу шарты менән бәлиғ булмағандарға водитель таныҡлығы тапшырыу идеяһын хупланы.

Дәүләт автоинспекцияһы оҙайлы уҡытыу курсы ойоштороу шарты менән бәлиғ булмағандарға водитель таныҡлығы тапшырыу идеяһын хупланы.
Был хаҡта ЮХХДИ начальнигы Михаил Черниковҡа һылтанма менән РИА Яңылыҡтар яҙып ебәргән.
Идея бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өс ай түгел, ә күпкә оҙағыраҡ өйрәнеүенә ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, 14 йәшкәсә үҫмерҙәр – йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отрядында, ә өлкәнерәк балалар үҫмерҙәр өсөн автомобиль мәктәптәрендә уҡый ала.
ЮХХДИ-да билдәләүҙәренсә, Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарын үҫтереү концепцияһы 2024 йылға Рәсәйҙә 41 мең йәш инспектор отряды барлыҡҡа килер, ә бәлиғ булмағандар хәрәкәтенә йәлеп ителгәндәр һаны ярты миллион тәшкил итер тип күҙ уңында тота.
Читайте нас