Сәрүәр Аслаева 90-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театрында бутафор булып эшләй. Тәүге костюмды “Ҡарауан һарай” төркөмө солистары һорауы буйынса тегә. Әле уның коллекцияһында ҡатын-ҡыҙ кейемдәре лә, ир-ат гардеробы элементтары ла бар. Еләндәр һәм камзулдар, матур-матур күлдәктәр, янсыҡ һалыу өсөн тегелгән бәләкәй генә муҡсайҙар, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан биҙәүесе – түшелдеректәр, милли ҡурсаҡтар бар. Сәрүәр ханым республика үткән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Һәм башҡорт костюмы хаҡҡында сит илдәрҙә лә белһендәр ине, тип теләй.