Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 15:10

"Дуҫлыҡ иле биҙәктәре"

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" тип аталған балалар халыҡ хореография фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы.

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" тип аталған балалар халыҡ хореография фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы. РБ-ҙың Мәҙәниәт министлығы ойошторған сара Башҡортосндың 100 йыллығына арналған ине. Унда республикабыҙҙың төрлө нөктәләренән йыйылған бейеү ансамблдәре көс һынашты.
Бәйге 2 этапта үтте. Финалға ни бары 22 ансамбль генә үтте. Кисә беҙҙең алда сығыш яһаған 400-ләгән баланың бөтәһе лә сәхнәне тойоп бейеүсе, техник йәһәттән оҫта башҡарыусы ысын артистар ине. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Туймазы ҡалаһының "Сафар" өлгөлө хореграфия ансамбле Гран-приға лайыҡлы тип табылды. Улар башҡарыуындағы чечен халыҡ бейеүе һәр тамашасының йөрәген елкендергәндер. Беренселекте алған “Хәйбулла” өлгөлө балалар хореграфия ансамбленең (Аҡъяр) иһә үҙебеҙсә, башҡортса өҙҙөрөп баҫыуы бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Ғафури районының “Быҙыбыт” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле дәртле сығыштары өсөн икенсе урынды яуланы.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһының Молстай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Шамонино ауылы, Белорет ҡалаһы Сермән ауылы, Ҡырғыҙ- Миәкә, Илеш, Яңауыл, Бәләбәй райондарының коллективтары сығыштары күңелгә хуш килде.
Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: