Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 15:10

"Комендант сәғәте" оҙайтыласаҡ

Башҡортостанда балалар өсөн йәйге "комендант сәғәте" оҙайтыласаҡ.

Башҡортостанда балалар өсөн йәйге "комендант сәғәте" оҙайтыласаҡ.
Әлеге ваҡытта балалар һәм 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр атай-әсәйҙәре йәки законлы вәкилдәренән башҡа йәйгеһен 24.00 сәғәттән иртәнге 6.00 сәғәткә тиклем урамда һәм йәмәғәт урындарында йөрөй алмай. Хөкүмәт әлеге сикләүҙе бер сәғәткә оҙайтырға уйлай, йәғни йәй көндәре балалар тышта 23.00 сәғәткә тиклем генә була аласаҡ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта ҡараңғы тиҙ төшә һәм урамда йөйөү хәүефле.
Әлеге төҙәтеүҙәрҙе индереү буйынса республика халҡының мөрәжәғәтенә депутаттар ҡолаҡ һалған. Тимәк, йылы осорҙа ( 1 майҙан 30 сентябргә тиклем) "комендант сәғәте" 23.00-дән 6.00-гә тиклем, ә ҡалған айҙарҙа 22.00-дән 6.00-гә тиклем ҡаласаҡ.
Толкачев иҫәпләүенсә, "комендант сәғәте" үҫмерҙәр араһында тәртип булдырыуға ярҙам итә. Быға тиклем Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн ике колония булһа, хәҙер уларҙың береһе ябылған, икенсеһенең дә кәрәге ҡалмауы мәмкин.
Читайте нас: