Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
20 Ноября 2019, 10:55

Мостайға һөйөү менән

Бөгөн – 20 ноябрҙә Өфө ҡалаһының Үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Мостайға һөйөү менән” тип аталған әҙәби сара үтте. Бында “Беҙҙең өйҙөң йәме” тип аталған эссе конкурсына йомғаҡ яһалды, “Мостай Кәрим тормошонда театр” тип аталған фотокүргәҙмә булды.

“Беҙҙең өйҙөң йәме” эссе конкурсында ҡатнашыусыларҙың төрлө йәштә һәм төрлө төбәктән булыуҙары яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәрим ижадына бер ерҙә лә битараф булмағанлыҡтарын дәлилләй, тип һөйөнә сараны ойоштороусылар. Ысынлап та, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан Атнабаева Камиллаға һигеҙ йәш кенә булһа, иң өлкән ҡатнашыусы Өфө ҡалаһынан Романютина Александраға һикһән ике йәш. Был конкурсҡа республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан тыш, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстандан йәмғеһе 180 ҡатнашыусы үҙенең ижад емештәрен ебәргән.
Читайте нас