Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
20 Ноября 2019, 14:00

Полиция хеҙмәткәрҙәре Мазовтар ғаиләһен табырға ярҙам итеүсегә 500 мең һум вәғәҙәләй

Мазовтар ғаиләһе юғалғанға инде бер ай булып килә.

Мазовтар ғаиләһе юғалғанға инде бер ай булып килә. Улдары менән сығып китер алдынан ғаилә башлығы Артем хәләле менән һүҙгә килешә, әлеге ыҙғыш ҡот осҡос хәлгә алып килә. Ир уҙаманы балаларҙы саф һауаға алып сығып киләм тигән һылтау менән сығып китә лә һыуға төшкән кеүек юҡ була. Балалар ҙа, үҙе лә...
Әлеге көндә Хоҡуҡ һаҡлау органдары, криминалистар, водолаздар, Мәскәүҙән килгән Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре, йөҙгә яҡын ирекмән – барыһы ла Мазовтарҙы эҙләү менән мәшғүл.
Башҡортостан полицияһы Мазовтар ғаиләһе хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт биреүсегә 500 мең һум күләмендәге бүләк бирәсәк. Был хаҡта эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Республика эске эштәр министрлығы менән бәйләнеш: 279-39-02, 8 (347) 279-48-70, 238-02-22
Артем Мазов: 35 йәшлек ир уҙаманы, буйы - 186 см, ябыҡ кәүҙәле, һоро күҙле. Ҡара куртка, күк джинс салбар, һоро ботинка кейгән.
8 йәшлек Илья Мазов: 138 см, ябыҡ кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле, ирененең уң яғында миңе бар. Йәшел куртка, күк джинс салбар, зәңгәр шапка, күк кроссовки.
5 йәшлек Вячеслав Мазов: 116 см., тулы кәүҙәле, һоро күҙле, һары сәсле. Күк куртка, ҡара джинс салбар, һоро ботинка, зәңгәр шапка кейгән.
Читайте нас