Бөтә учреждениелар алдында «Мәҙәниәт» милли проектында ҡатнашып күргәҙмәләрҙе киңәйтеү, музей көндәлегенә ирекмәндәрҙе йәлеп итеү маҡсаты ҡуйыла. Дүрт көн дауам иткән семинарҙа башлыса музей фондын ойоштороуҙа һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙа хоҡуҡи нормаларға иғтибар бүленәсәк.
Наталья Чечель, Рәсәй мәҙәниәт министрлығының музейҙар департаменты етәксеһе урынбаҫары: “Музейҙар эшмәкәрлеге ни тиклем законға ярашлы ғәмәлгә ашырылыуын генераль прокуратура тикшерәсәк. Волга буйы федераль округында урынлашҡан музейҙар етди тикшереүгә алдан әҙерләнә ала, шуға ла иң көслө белгестәр Өфөгә тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды”.