Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 18:50

10 000 һум өҫтәмә түләү төрө барлыҡҡа килеүе ихтимал

10 000 һум өҫтәмә түләү төрө барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Башҡортостанда халыҡҡа ярҙамдың тағы бер төрө уйлап табылды. Әлегә уның теүәл ҡасан ғына ғәмәлгә ашырыла башлауы билдәһеҙ, әммә алдағы биш йылда ошо маҡсатта 350 миллион һум тотоноу күҙаллана.

БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров үткән дүшәмбеләге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, электр ҡорамалдары һәм мейестәрҙе ремонтлауға ғаиләгә 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡса түләнһә, янғын хәүефһеҙлеген кәметеү мөмкин булыр ине, бәлки. Ошо турала Хөкүмәткә тәҡдим индерелгән.

Был түләүҙе ҡасан, кемгә, ниндәй талаптар менән бирерҙәр икән? Уныһы тиҙҙән билдәле буласаҡ.
Читайте нас: