Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 15:14

"Американский" ҡыйыҡ: Америка ҡушма штаттары Һарытау мәктәбен ҡотҡарған

"Американский" ҡыйыҡ: Америка ҡушма штаттары Һарытау мәктәбен ҡотҡарған

2018 йылда Һарытау өлкәһендәге Ершов районы Чёрная Падина ауылы мәктәбенең ҡыйығы емерелеп төшә, етәкселеккә оҙаҡ ҡына хакимиәт тупһаһын тапарға тура килә, әммә ярҙам итергә теләүсе табылмай. Һуңғы барғанында район башлығы мәктәп директорын "Бюджетта аҡса юҡ, бағымсылар эҙлә" тип бороп сығара.

Мәктәп директоры Елена Гилис интернет аша АҠШ-тан миллиардер Юозаса Казацкасаның фондын табып ала, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүсе олигарх ҡасандыр Литва мәктәптәренә ярҙам иткән була, фонд етәкселәре Һарытау мәктәбен йүнәтеү өсөн директорға аҡса күсерергә ризалаша һәм 12 мең евро аҡса һала. Йәй айҙарында мәктәпте ремонтлап та бөткәндәр. Яңыраҡ фондтан тикшереү килгән, һөҙөмтәне күреп ҡәнәғәт ҡалғандар.


Үәт бит! Күпме генә "америкостар"ҙы әрләмәйек, унда ла изге күңелле кешеләр бар икән.
Читайте нас: