Башҡортостанда эшҡыуар биш балалы ғаиләгә котедж бүләк иткән. Һәм быны аноним рәүештә башҡарған.
Был хаҡта күптән түгел Дүртөйлөлә Әсәләр көнөнә бағышлап үткәрелгән сарала мәғлүм блуды. Бында 30 райондан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Байрамда Башҡортстандың тәүге ледиһы Каринэ Хабирова ла ҡатнашты.
Ғаилә ысынлап та ауыр шарттарҙа йәшәгән. Ғаилә башлығы инвалид икән. Улар оҙаҡ ваҡыт дауамында бик иҫке йортта көн күргән. Тапҡан-таянғандары бары пособие ғына булғас, йәшәү шатнрттарын яҡшыртырлыҡ мөмкинлек тәтемәгән. Уларҙың көнитмеше тураһында урындағы эшҡыуар белеп ҡалған һәм һәм был ғаиләгә 160 кадрат метрлыҡ иркен котдеж бүләк иткән. Күп балалы әсәгә сертификатты әлеге форумда тапшырҙылар.