Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 18:05

Дуров «Ватсап»ты юйып ташларға кәңәш итә

Уның һүҙҙәре буйынса, WhatsApp хакерҙар һәм дәүләт учреждениелары өсөн асыҡ. Теләгән һәр кем һеҙҙең виртуаль әңгәмәләрегеҙҙе уҡый ала...

Дуровтың һүҙҙәре буйынса, WhatsApp хакерҙар һәм дәүләт учреждениелары өсөн асыҡ һәм ул хәүефһеҙлек менән бөтөнләй тәьмин ителмәгән. Йәғни хакерҙың һеҙгә бер видео йә фотоһүрәт ебәреүе етә, һеҙҙең хаҡтағы барлыҡ мәғлүмәт уның ҡулына төшәсәк.
Бына шулай яратып ҡулланған ҡушымтағыҙ үҙегеҙҙе уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуы ихтимал, Мәҫәлән, икенсе кешенең виртуаль әңгәмәләрен уҡыу өсөн телефонға ябай ғына программа ҡуйырға кәрәк, быны хакер түгел, һәр кем эшләй ала. Шуға һаҡ булырға кәрәк, ят номерҙан килгән фото һәм видеояҙмаларҙы ҡапыл ғына асып бармағыҙ. Телефонығыҙға һәм ҡушымтаға пароль ҡуйығыҙ, шунда ышаныслыраҡ булыр.
Павел Дуров эшләп сығарған Телеграмм күпкә хәүефһеҙерәк тә, тик уны ябырға йыйыналар.
Читайте нас: