«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн үҙ боҙонда Ҡытайҙың «Куньлунь» клубын ҡабул итте. Уйындың яҙмышын берҙән-бер шайба хәл итте. Осрашыу башында Никита Сошников индергән гол юлаевсыларға 1-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был еңеүҙән һуң Башҡортостан командаһы 37 мәрәй менән көнсығыш көнференцияла өсөнсө урынға менде.