Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 14:50

Бөрйән районы уҡытыусылары "Бөтә коллектив менән "Шоңҡар"ға" акцияһын башлап ебәргән!

#Шоңҡаржурналы #яҙылыу #подписка2020

Хәйерле көн, "Шоңҡар"ҙар! Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбенең Килдеғол филиалында бик татыу һәм уңған уҡытыусылар эшләй. Улар бөтәһе 13 уҡытыусы: Әйүпова Гүзәлиә Әмир ҡыҙы (филиал етәксеһе, география уҡытыусыһы), Билалова Земфира Фәтих ҡыҙы (уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса етәксе урынбаҫары, биология һәм химия уҡытыусыһы), Ҡулбирҙина Әлфиә Нуретдин ҡыҙы (пионервожатый, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих,йыр уҡытыусыһы), Исхаҡова Рәсилә Мөдәрис ҡыҙы(профком етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Ҡорманғолова Таңһылыу Талха ҡыҙы (рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Билалова Гөлнара Фауариз ҡыҙы (башланғыс кластар уҡытыусыһы), Фәйзуллина Иркә Уразбай ҡыҙы (башланғыс кластар уҡытыусыһы), Шәрипова Нурзидә Шамил ҡыҙы (математика һәм физика уҡытыусыһы), Суфьянова Гөлниса Марат ҡыҙы (математика һәм информатика уҡытыусыһы), Йәмлихина Зәлиә Риф ҡыҙы(инглиз теле һәм немец теле уҡытыусыһы), Билалов Сабит Фәрит улы (ОБЖ һәм физкультура уҡытыусыһы), Яхин Ринат Фазылйән улы (технология,черчение һәм рәсем уҡытыусыһы), Яхина Сания Миңлеғәле ҡыҙы (китапханасы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы).

Беҙҙең коллектив бик әүҙем. Төрлө конкурстар булһынмы, гәзит–журналдарға яҙылыу булһынмы, улар һәр ваҡыт беренсе. Коллектив 60 дана гәзит–журналға яҙылды. Был беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды. Уҡыусыларға ла, ауыл халҡы өсөн дә беҙҙең коллектив үрнәк булып тора. Ғөмүмән, Килдеғол ауылы халҡы милли баҫмаларға битараф түгел. Ауыл һәм мәктәп китапханаһының да роле ҙур бында. Китап уҡырға яратҡан һәм шиғыр-хикәйәләр ижад иткән шәхестәребеҙ байтаҡ. Иң әүҙем матбуғат менән бәйләнештә торғандары өлкәндәр араһынан ветеран уҡытыусы, шағир һәм журналист – фотограф, тарихсы Фәйзуллин Мөнир Абдулла улы булһа, ә йәштәр арһынан - Әйүпова Әлфинә Әбүзәр ҡыҙы. Улар ҙа хеҙмәт юлын китапханан, редакциянан башлаған.

Бөтә коллектив менән "Шоңҡар" журналына яҙылыуыбыҙҙа бушҡа түгел. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли матбуғаттың роле ҙур. Айырыуса "Шоңҡар" журналы йәштәрҙе заманса фекерләргә, рухты үҫтерергә өйрәтә. Беҙ уҡытыусылар тәрбиә эшендә ошо журналға таянабыҙ. Класс сәғәттәре һәм төрлө кисәләр булһынмы, "Шоңҡар" беҙгә ҙур ярҙамсы. "Өҫтәл китабы" сифатында йөрөй ул. Ҡасан ғына алып уҡыһаң да журнал күңелгә яҡын.

Яхина Сания Миңлеғәле ҡыҙы китапханасы,1-се категориялы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: