Өфөлә Бөтә Рәсәй конференцияһында Ҙур Рәсәй энциклопедияһының баш мөхәррире Сергей Кравец баҫманың электрон версияһыменән таныштырҙы. Ул төбәк энциклопедиялары һәм тармаҡ һүҙлектәре материалдарын, музейҙар, ведомстволар, ғилми үҙәктәр, юғары уҡыу йорттарының эшен файҙаланырға тейеш портал өҫтөндә эштең нисек алып барылыуы хаҡында һөйләне. Хәҙерге заманса энциклопедияларҙағы кеүек үк, терминды йәки күренеште һүрәтләүҙән тыш, мәҡәләләрҙә библиография, шулай уҡ медиаконтент — аудио һәм видеоматериалдар, иллюстрациялар, карталар күрһәтелә.
Ҙур Рәсәй энциклопедияһының 35 ҡағыҙ томы 200-2007 йылдарҙа донъя күрҙе. Был материалдар электрон версияға нигеҙ итеп алына. 2016 йылдан алып ошондай уҡ исемле нәшриәттең 200 хеҙмәткәре уны төҙөү өҫтөндә эш алып бара.
5 ноябрҙә рус теле буйынса Совет ултырышында Рәсәй президенты Владимир Путин «Википедия»ны электрон Ҙур Рәсәй энциклопедияһына алмаштырырға» тәҡдим итте.
Чиновниктар әйтеүенсә, «Википедия»ны ябыу күҙалланмай, популяр ресурс менән файҙаланыуҙы дауам итергә мөмкин, ә Ҙур Рәсәй энциклопедияһы сервисы ышаныслыраҡ булыуы менән айырылып торған мәғлүмәт сығанағы итеп төҙөлә.
2020-2022 йылдарҙа милли энциклопедия булдырыуға 1,7 миллиард һум бүленә, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары. 2019 йылда проект 303,2 миллион һумға финансланды.