Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 16:50

Өфө "Стоп ВИЧ/СПИД" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

#cтопспид #стопвич

1 декабрҙә билдәләнгән Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө айҡанлы Рәсәйҙә "Стоп ВИЧ/СПИД" акцияһы иғлан ителде. Ул 25 ноябрҙән 1 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк. Баш ҡалала лекция, семинарҙар үтәсәк, һәр кем "Үҙ статусыңды бел" акцияһына ҡушылып, бушлай тикшерелеү хоҡуғына эйә.

Бер нисә йыл элек кенә ВИЧ бөтә донъяны яулап алыр тип фаразлағайнылар, ысынлап та, әлеге ваҡытта Америка Ҡушма штаттарында был сир йыл һайын 38 мең кешегә йоға. Ә бөтә донъя буйынса 1,8 миллион кеше зарарланған. Айырыуса ул Африкала ҡотора.

Әлегә ҡыуанырға ике сәбәп бар: беренсенән, табиптарҙа вирусҡа ҡаршы препараттар бар, улар кешелә сир булмаһа ла бирелә. Улар кешенән кешегә йоғоуҙы тотҡарлай. Икенсенән, енси бәйләнешкә тиклем ҡулланыла торған шәп TRUVADA FOR PrEP ҡоролмаһы уйлап тапҡандар. Уның һөҙөмтәләре бик яҡшы, әммә ул бик ҡыйбат тора. Бер айлыҡ дауаланыу курсы 109 мең тора. Табиптар дәүләттән ярҙам булыр тип өмөт итә.

Читайте нас: