Яңы йыл яҡынлаша, тиҙҙән эш урындарында мәжлестәр башланасаҡ. Байрам табынына ҡайһы артисты саҡырырға белмәй баш ватыусылар барҙыр. Был йәһәттән байрамдарҙы шәп үткәреүсе йырсылар менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Элвин Грей. Эйе-эйе, танылған йырсы Радик Юлъяҡшин да был хеҙмәтте күрһәтеүҙән баш тартмай, айырыуса Өфөлә һәм Ҡазанда уны көтөп алалар. Уҙған йылда Элвин Грей менән бер кис табын артында йырлашып ултырыу бер миллион һумға төшһә, быйыл был хеҙмәт күпкә ҡиммәтерәк – уның хаҡы 500 мең һумға тиклем артҡан. Ғөмүмән, өс йыл эсендә Элвин Грейҙың хаҡы ете тапҡырға ҡиммәтләнгән. Быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел, башҡорт йырсыһының билдәлелеге үҫкәндән-үҫә, уны халыҡ-ара фестивалдәргә, сит илгә (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Әзербайжан) хедлайнер итеп саҡыралар, әле Радик Яңы йылға тиклем Башҡортостан, Рәсәй ҡалалары буйлап турнеға сығып киткән. Элвин Грейҙың бер шарты бар – уны ярты йыл алдан уҡ саҡырып ҡуйырға кәрәк. Бер мәл Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы мәжлестәрҙә сығыш яһауҙан баш тарта биреп ҡуйҙы, хатта ул билдәләгән хаҡ бер миллион һумдан 250 мең һумға тиклем төштө. Алдағы йылдарҙа йырсы 250-300 мең һумға сығыш яһап йөрөнө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйыл ҡышҡа ҡарай Салауат Фәтхетдинов бер кисә хаҡын 500 мең һумға тиклем күтәргән.
Киләһе йыл Салауат Зәки улына 60 йәш туласаҡ, артист юбилей концерты алдынан бер нисә мәжлестә сығыш яһап өлгөрмәксе. Өфөләге, Ҡазандағы коллективтар ике-өс ай алдан уҡ уны бронләп өлгөргән.
Инфляция уның да кәсебен урамай үтмәгән. Уҙған йылда Айҙар Ғәлимовты кисәгә саҡырыу 150-200 мең һум тирәһе булһа, быйыл йырсы ҡәтғи хаҡ ҡуйған. Быйыл артисты саҡырыу өсөн 250 мең һум аҡсаны сығарып һалырға кәрәк буласаҡ. 2019 йылда йырсы ни бары ике йыр сығарған, әммә уның популярлығына был хәл бер нисек тә йоғонто яһамаған, Башҡортостанда ла, Татарстанда ла уны ихлас көтәләр.