Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 21:55

Рамзан Ҡадировтың адвокаты Саид Чапанов Рәмилдән баш тартҡан

...

Чечня Башлығы Рамзан Ҡадировтың адвокаты Саид-Магомед Чапанов Рәмил Шәмсетдиновты яҡлауҙан баш тартҡан. Бының сәбәптәре билдәле түгел. Шулай ҙа ул Шәмсетдиновтар ғаиләһенә яңы яҡлаусылар табылған. Улар шулай уҡ билдәле һәм көслө тип һаналған адокаттар араһынан - Һарытауҙан Рауил Туғушев менән Ҡазандан Руслан Нагиев. Яҡын арала юристар Читаға осасаҡ һәм эште башлаясаҡ.
Рәмилдең яңы яҡлаусылары был эште өмөтһөҙ тип иҫәпләмәй. Улар фекеренсә, иң мөһиме енәйәттең мотивын асыҡларға, егеттең ни өсөн был аҙымға барғанын аңларға.
Был фажиғә 25 октябрҙә булғайны, Рәмил һигеҙ кешене атып үлтерҙе. Хәбәр итеүҙәренсә, бының төп сәбәбе «бабайсылыҡ».
Читайте нас: