22 ноябрҙән водитель таныҡлығы өсөн медицина комиссияһын үтеү тәртибе үҙгәрҙе, йәғни бөтә водителдәрҙе лә наркотик ҡулланыуға һәм хроник эскеселеккә ентекле тикшерәсәктәр. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәтенең хаҡы ун тапҡырға артты.
Водителдәр элек 720 һум түләһә, хәҙер 5 570 һум аҡсаһын сығарып һалырға мәжбүр.
Совет заманында дефицит тауар артынан торған кеүек, барыһы ла наркологҡа сиратҡа баҫты. "Сират" тигән һүҙем хәлдең ни тиклем киҫкен булыуын аңлатып бөтмәй, дөрөҫөн әйткәндә, этеш-төртөш, ыҙғыш бөтә ил буйынса күҙәтелде, Өфөләге 1-се наркология диспансерында сират урамға тиклем һуҙылды. Барыһы ла өлгөрөп ҡалырға ашыға.
Бәхеткә күрә, ил етәкселеге был хәлде белеп ҡалды. Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин былай тине: "Юҡ-бар менән булышаһығыҙ. Беҙҙә минималь эш хаҡы 11 мең 280 һум, 3 миллион 200 мең кеше ошо аҡсаға көн итә, ысынында был һан күпкә артығыраҡ. Водитель таныҡлығы алыу өсөн халыҡ эш хаҡының яртыһын бирергә тейеш буламы ни?"
Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова яңынан приказ сығарҙы, ведомство элекке ҡарарынан тулыһынса баш тартмай, шулай ҙа уны яңынан ҡарап, үҙгәрештәр индерерәсәк.