Шоңҡар
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2019, 20:40

Башҡорт киноһы Австрияны яуланы

"Һеңлекәш" фильмын Венала күрһәтә башланылар!

Венала "Башҡортостан-Европа" форумы сиктәрендә Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмының махсус күрһәтеүе үтте.
Фильмды Австрияның данлыҡлы кинотеатрҙарының береһе "Бург-кино"ла күрһәттеләр, беренсе сеансҡа илдең билдәле шәхестәре, Башҡортостандан ҡунаҡтар саҡырылды. Ҡасандыр халыҡ шағиры Венала Еңеү яҙын ҡаршы алған, ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн алған һалдат миҙалы хаҡында ул ғорурланып һөйләр булған. Хәҙер бына уның әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильм бар Европаны яулай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,хәрби драма Белорет районы Яңы Хәсән ауылында төшөрөлдө. "Һеңлекәш" фильмы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Ул башҡорт, рус, украин телдәрендә тәржемә ителгән.
Читайте нас в