Әхтәр Мөхәмәт улы 1968 йылда Әбйәлил районы Ишбулды ауылында тыуған. 90-сы йылдарҙа Башҡорт йәштәр берлегендә эшләй. 2003 йылда “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе итеп тәғәйенләнә. Һуңғы йылдарҙа Сибай хоҡуҡ институтында уҡытты. Мәрхүм иртәгә тыуған төйәгендә ерләнә. Әхтәр Боҫҡоновтың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.