Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2019, 16:35

"Милли хазина" Иҙел буйы студенттары фестивале гран-приһы беҙҙә!

...

20-22 ноябрҙә Ҡазан федераль университетының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникация институтында “Милли хизина” Иҙел буйы студенттары фестивале үтте. Унда Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы, Башҡортостан, Мари Иле, Удмурт, Мордва, Сыуаш, Татарстан республикаларынан килгән студенттар ҡатнашты.
М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ла был мәртәбәле сарала төрлө номинацияларҙа көс һынашты. “Инструменталь башҡарыу. Соло” номинацияһында V курс студенты Алмаз Зәйҙуллин башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарып II дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. “Нәфис һүҙ” номинацияһында факультеттың III курс студенттары Шиһапова Әлиә Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Кәлимуллина Наҙгөл Рәйес Түләктең “Оран” шиғырҙарын һөйләп икеһе лә I дәрәжәле диплом яулаған. Башҡорт филологияһы факультетының “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Азамат” бейеүе менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы һәм I дәрәжәле дипломға эйә булды. Һөҙөмтәлә, “Милли хазина” фестиваленең Гран-приһы - беҙҙекеләрҙә!
Читайте нас: