Һәр гөл, үҫемлектең үҙенә генә хас энергияһы бар. Ҡайһы бере үҙен тәрбиәләүсе хужаһына байлыҡ, уңыштар килтерергә ярҙам итһә, икенселәре, киреһенсә, ауырыуҙарҙы, кире энергияны үҙенә тартып торорға мөмкин. Түбәндәге гөлдәр иһә ғаилә именлеген һаҡларға ярҙам итер:
1. Мөхәббәт һәм тыныслыҡ спатифиллюм йәғни “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” гөлө үҫкән өйҙә була;?
2. Миләүшә (фиалка) өйҙәге тыныслыҡты һаҡлап тора. Был гөл үҫкән өйҙә бик һирәк кенә тауыш сыға икән;
3. Әгәр ҙә өйөгөҙҙә гибискус гөлө барлыҡҡа килһә, оҙаҡламай тормошоғоҙҙа бәхетле, мөхәббәтле миҙгелдәр башланыр;
4. Хойя ла хужаларының кәйефен ыңғай яҡҡа көйләргә ярҙам итә, бигерәк тә йоҡо бүлмәһендә үҫтереү һәйбәт;
5. Мирт гөлө үҫкән өйҙә лә ғаилә парҙарын бер-береһенә ихтирамлы, итәғәтле, мөләйем булырға ярҙам итә, тиҙәр;
6. Антуриум өйҙәге ир-заттарына уңыш килтереүсе иң яҡшы гөлдәрҙең береһе булып һанала. Шулай уҡ ул ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөнәсәбәттәрен дә яйға һала.