Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2019, 00:50

"Беҙ - бергә"

...


Ошондай исем аҫтында бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Юлдаш йыр-моң каналы үткәргән сираттағы "Юлдаш хит" концерты шаулап-гөрләп үтеп китте. Йыл дауамында радио тулҡындарында яңғыраған йырҙар араһынан тамашасы иң-иңдәрен һайлап алып, оло сәхнәгә сығарҙы. Зал еңеүселәрҙе тәбрикләп, дәррәү алҡыштарға күмеп оҙатты. Айырыуса Фидан Ғафаров, Азамат Тимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Флүрә Үҙәнбаева, Айҙар Ғәлимов, Радмир Хәсәнов, Илнар Ғилманшин, Иҙел Аралбаев, Вилнур Шәмсетдинов, "Голос" бәйгеһе ҡатнашыусыһы Илдар Абдуллин, Радмир Туйсин, Алһыу Бәхтиева менән Азамат Урманшин дуэты, "Арғымаҡ" этно-рок, "Үрмәксе" төркөмөнөң сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге башҡорт дәүләт драма театры, "Нур" татар дәүләт драма театры артистарының сығыштары ла сараға йәм өҫтәне.
"Юлдаш" тарға артабанғы уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләп, киләһе йыл 20 йыллыҡ фестивален көтөп ҡалабыҙ. "Юлдаш" радиоһы халҡыбыҙға артабан да йыр-моң бүләк итеүен дауам итер, милләтебеҙ күңелдәрен үҫтерер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: