Ике улы менән юғалған Артем Мазовтарҙы эҙләү буйынса Мәскәү психологтары тарафынан ҙур эш башҡарылған. Психологтар белдереүенсә, атай кешенең үҙенә һәм улдарына ҡул һалыуы мөмкин түгел.
Рәсәй тәфтиш органынан килтерелгән белгес атай кешенең психологик портретын төҙөгән. Шуның нигеҙендә уның башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға барыу-бармауы тикшерелгән. Артемдың ата-әсәһе менән әңгәмә барышында улдарының юғалыу алдындағы психологик торошо менән ҡыҙыҡһынғандар. Бөтә ваҡиға нескәлектәрен өйрәнгәндән һуң ғаилә ағзаларының иҫән-һау булырға тейешлеге тураһында һығымта яһалған.
Әлеге ваҡытта Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең эше һөҙөмтә бирмәй, Мазовтарҙың юғалыуына инде бер ай булды. Эске эштәр министрлығы хатта Мазовтарҙың ҡайҙа булыуы тураһындағы мәғлүмәт өсөн аҡса ла вәғәҙә итә. Мәскәү психологтарының һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡһа ине!
"Башҡортостан" гәзите һәм "КП" мәғлүмәттәре ҡулланылды.