Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2019, 17:30

Татар ижтимағи үҙәге вәкилдәре Рәмилде яҡлап митингҡа сыҡты

...

Байкал аръяғында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың эшен тикшереү дауам итә. Әлеге көндә Ҡазандың ҡап уртаһында Татар ижтимағи үҙәге Рәмилде яҡлап ҙур митинг ойошторған.

Үҙәк етәксеһе Фәрит Зәкиев әйтеүенсә, был акция менән улар оборона министрлығы етәкселегенең иғтибарын йәлеп итергә теләй.

— Әрмеләге хәлдәр насар һәм был Рәсәй етәкселәренең битарафлығы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. Асыҡланыуынса, Шәмсетдинов хеҙмәт иткән часта "бабайлыҡ", мәсхәрәләү, көсләү булған, — ти Фәрит Зәкиев. Шулай уҡ үҙәк активистары Рәсәй Оборона министрының баш хәрби-сәйәси идараһы референты Рөстәм Клупов менән осрашты. Клупов ойошманың фекерҙәрен, талаптарын тыңлағандан һуң, уларҙы оборона министры Шойгуның беренсе урынбаҫарына еткерергә вәғәҙә биргән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең Оборона министрлығы был хәл буйынса “армиялағы хеҙмәткә бәйле түгел, шәхси сәбәптәр арҡаһында булған” тигән ҡарар сығарғайны. Әлеге көндә Рәмилдең эше менән ирекле адвокаттар Һарытауҙан Рауил Туғушев һәм Ҡазандан Руслан Нәғиев шөғөлләнә.
Читайте нас: