Нефтекама егете Дмитрий Нуриев «YouTube»тағы популяр каналдарҙың береһе үткәргән уйында ҡатнашып өр-яңы ""Шевроле Камаро" автомобиленә эйә булған. Был лотерея кеүек уйында 80 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, төп приз - "Трансформеры" фильмының төп геройы Бамбли, йәғни "Шевроле Камаро".
Уйын шарты буйынса ни бары каналға яҙылырға кәрәк булған. Нуриев "тимер ат"ын һынап та өлгөргән, тыуған ҡалаһына өр-яңы машинала елдереп килеп төшкән. Был хаҡта ул Инстаграмдағы сәхифәһенә яҙып элгән.