Өфөнөң Орджоникидзе районы суды банктан 20 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнгән Луиза Хәйруллинаға аресты оҙайтты. Был хаҡта суд вәкиленә һылтанма менән «Интерфакс-Поволжье» хәбәр итә. Ул 2020 йылдың 29 ғинуарына тиклем тәфтиш изоляторында ултырырға тейеш.
Шулай уҡ уның ире Марат Хәйруллин да 2020 йылдың 27 ғинуарына ҡәҙәр өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырыла.
Луиза Хәйруллина – «Үҙләштереү һәм туҙҙырыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты. Уның ире енәйәт эшендә ҡатнашыусы булараҡ һаҡ аҫтында, шулай уҡ «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.