Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:55

Республикала ике меңгә яҡын ғаилә торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы ярҙамында фатир һатып алған

#нацпроекты

Торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһы ярҙамында 1,8 меңгә яҡын ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы 200-ләгән кеше үҙ ихтыяжына ҡулланыу өсөн йыйған аҡсаһын алған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусыларға тәүге льготалы ипотека кредиттарын биреү 2017 йылда башланды.
Ошо социаль әһәмиәтле программаның банк-партнерҙары — Һаҡлыҡ банкы һәм «Уралсиб».
«Программала ҡатнашыусыларҙың алынған аҡсаһына килгәндә, әле 4,2 меңдән ашыу ошондай вклад — Һаҡлыҡ банкына, 3 меңгә яҡыны «Уралсиб»ҡа тура килә», — тип белдерҙе Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Июлдә «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйылдан башлап программаны бойомға ашырыу өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 235 миллион һум йүнәлтелә.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы 2014 йылда старт алды. Республиканың торлаҡ баҙарына стимул биреү буйынса ыңғай тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде һәм башҡа төбәктәргә индерергә тәҡдим ителде.
"Башинформ"дан.
Читайте нас: