Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 14:30

Сибайҙан алыҫ түгел ер тетрәгән

...

18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән. Ҡаҙағстан милли мәғлүмәттәр үҙәгенең сейсмик станцияһы хәбәр итеүенсә, тәүгеһе Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында – Сибайҙан 18 саҡрым алыҫлыҡта булған. Ул саҡта магнитуда 2.2 берәмек тәшкил иткән.
Икенсеһен сейсмологтар 19 ноябргә ҡарай төндә теркәгән. 2.5 магнитудалы ер тетрәү Силәбе өлкәһе Уй районының Кочнево ауылы янында (Башҡортостандың Туңғатар ауылынан алыҫ түгел) күҙәтелгән.
Былтыр сентябрь башында булған ер тетрәү Уралда өсөнсө булып һанала. Ғалимдар әйтеүенсә, бындай тәбиғәт күренеше тауҙарҙа һирәк булырға тейеш. Әммә икенсе ер тетрәүҙән, 2015 йылғынан һуң 100 йыл үтмәгән, ни бары өс йыл үткән бит. Быныһы дүртенсе ер тетрәү, ул ҡеүәте буйынса тәүгеләренә етә алмай.
Былтыр Геофизика институның "Арти" обсерваторияһы етәксеһе Олег Кусноский ошо өс сәйер күренеш хаҡында һөйләп биргәйне. Уларҙың иң көслөһө 1914 йылда Свердловск өлкәһенең Билембай ҡасабаһында булған (6 б.) Обсерватория ғалимдары киләһе ер тетрәү йөҙ йылдан буласаҡ тип белдерҙе.
Читайте нас: