Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май указдары»на ярашлы, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ» милли проектына ярашлы Стәрлетамаҡта республика буйынса беренсе моделле мәшғүллек үҙәге асыла. Ойошманы “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге тип атаясаҡтар. Интерьерының дизайн-проекты эшләнгән, ремонт башланған, заманса ҡорамалдар, мебель алына. Тиҙҙән хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә уҡытыу башланасаҡ.
Граждандарҙы ҡабул итеү “оpen space” форматында проектланған уңайлы офистарҙа үткәреләсәк. Клиенттар зонаһы банктарҙыҡын йәки Күп функциялы үҙәктәрҙекен хәтерләтәсәк. Киләсәктә был исемлекте киңәйтеү ҡарала. Мәҫәлән, бәләкәй сабыйы булған әсәйҙәргә ярҙам күрһәтеләсәк: бала ҡараусы һайлауҙа, балалар баҡсаһына яҙылыуҙа һ.б. булышлыҡ ҡылыу.