Улдары менән ғәйеп булған 37 йәшлек Артём Мазовты эҙләү дауам итә. Яңыраҡ тағы бер хәл асыҡланды, хоҡуҡ һаҡлау органдары ирҙең банк иҫәбендә 3 миллион һум аҡса тапҡан. Бынан өс йыл самаһы элек Артём ата-әсәһе бүләк иткән ике бүлмәле фатирҙы һатҡан булған. Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә башлығы әлеге аҡсаны ҡасыу өсөн йыймаған. Әлеге фажиғә уйламағанда килеп сыҡҡан.