Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 13:00

Яңы йыл спиртлы эсемлекһеҙ

Яңы йылда йәнә лә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ.

Яңы йылда йәнә лә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Йәғни 3 ғинуарҙа республика халҡы спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатып ала алмаясаҡ, ә бына 4-се, 5-се, 6-сы ғинуарҙа инде алкоголле продукцияны иртәнге ундан көндөҙөгө икегә тиклем генә алырға мөмкин буласаҡ. Был закон проекты әҙер, ул тикшереүгә ебәрелгән.
Шулай уҡ Яңы йылға ҡағылышлы тағы ла бер яңылыҡ: быйыл тәүге тапҡыр туғыҙ пиксель шыршыһы ҡуйыласаҡ. 32 метрлыҡ иң бейеге «Торатау» конгресс холы эргәһендә урын аласаҡ. Ә республика майҙандарын бөтәһе 1 мең 800-гә яҡын йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк.
Шыршы байрамындарына бай һәм сағыу программа әҙерләнә, йөҙҙән ашыу уҡыусы Кремль, ә 800-гә яҡын бала Республика шыршы байрамында ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Читайте нас: