Татар йырсыһы булараҡ танылған, күп йылдар буйы күрше республиканың мәҙәни донъяһында ҡайнаған Альберт Исмәғилев БСТ каналы аша үҙенең татар түгел, ә башҡорт булыуын иғлан итте.
Татарса рок башҡарыусыһы булараҡ танылған музыкант архивҡа барып, үҙенең шәжәрәһен тикшереп ҡараған. Был эштә Альбертҡа ғәрәп телен бер аҙ белеүе ярҙам иткән. Баҡтиһәң, уның атаһы ла, әсәһе лә – башҡорт. Икеһе лә Шаран районында тыуған, беренсеһе Сыуаш-Тамьян ауылыныҡы, икенсеһе Күгәрсен-бүләктән.
“Мин электән шәжәрәм менән ҡыҙыҡһына инем һәм, ниһайәт, тарихсы дуҫым ярҙамында архивта дөрөҫ мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Беҙҙең төбәк һөйләше үҙенсәлекле: Ҡазан менән Өфө араһы. “Ҫ”ны “с” тибеҙ, “с”ны “ч”, ә икенсе яҡтан беҙҙә һаҡау “ҙ” бар”, - тип хәбәр итә йырсы.
Альберт Исмәғилев Туймазы ҡалаһында тыуған, белеме буйынса лингвист. Төрөк, фарсы, ғәрәп телдәрен белә. 2005 йылда “Исмәғил” исемле музыкаль төркөм ойошторған. Татарса йырҙар башҡара, рок-музыкант булараҡ танылған. “Дуҫтарым”, “Ике пилот”, “Был донъяла”, Йылмайыу”, “Алһыу таңдар” тигән йырҙары йәштәр араһында киң популярлыҡ яуланы.