Кисә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының бишенсе курс студенты, “Мисс Интернейшнл Уфа – 2019” конкурсында “Беренсе вице-мисс” титулына эйә булған Айназ Усенканова менән пресс-конференция ойошторолдо.
Айназ Усенканова – Ҡырғыҙстан Республикаһынан. Бәләкәйҙән бейергә яратҡан һылыу ҡыҙ Бишкәктә иң яҡшы белем усаҡтарының береһе – Тоҡтағол Сатылғанов исемендәге гимназияла уҡый. Гимназияны тамамлағас, Башҡортостанда урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһында сит республикаларҙан да уҡырға теләүсе абитуренттарҙы саҡырыуҙары хаҡында ишетеп ҡала һәм бәхетен һынамаҡ булып, тест һорауҙарына яуаптар ебәрә. Бер айҙан һуң ошо уҡыу йортонан ыңғай яуап ала. “Уҡырға инеүемде белгәс, берсә шатландым, берсә баҙап ҡалдым. Барырғамы – юҡмы, тигән һорау тыуҙы. Шулай ҙа бар борсолоуҙарымды еңеп, Стәрлетамаҡта уҡырға ҡарар иттем һәм әлегә тиклем тамсы ла үкенгәнем булманы”, – ти.
Алсаҡ, һөйкөмлө ҡыҙ сит мөхиткә тиҙ өйрәнеп китә. Уҡытыусылар менән дә, студенттар менән дә уртаҡ тел еңел таба. Үҙен дә тиҙ арала яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөрә.
Бөгөн ул 20-гә яҡын ғилми мәҡәләләр һәм рус-башҡорт-ҡырғыҙ һөйләү һүҙлеге авторҙашы, республика кимәлендә ойошторолған “Йылдың сит ил студенты-2017” исеменә лайыҡ, “Датҡайым” тип аталған ҡырғыҙ бейеүҙәр ансамблен етәкләй, БИН-51 төркөмө старостаһы. Ә иң ҙур ҡаҙанышы тип быйыл 18 ноябрҙә Өфөлә “Мисс Интернейшнл Уфа – 2019” конкурсындағы еңеүен һанай. Айназ конкурста Ҡырғыҙстан исеменән сығыш яһай, айырым номерҙа ҡырғыҙ халыҡ бейеүҙәренең береһен башҡара, башҡа ҡыҙҙар менән дә дуҫлаша. Хатта: “Беҙгә бында үҙ-ара ярышырға килеүебеҙ һиҙелмәне лә, бер-беребеҙгә шул хәтлем йылы мөнәсәбәттә булдыҡ. Миңә ышанып, матди яҡтан да, рухи яҡтан да ярҙам итеп, ҡеүәтләп торған уҡыу йортома, факультетыма рәхмәт,” – ти.
Башҡортостанға килгәндә башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән ҡыҙ бөгөн рәхәтләнеп беҙҙең телдә һөйләшеүе менән ихтирам уятты. Конференцияла ҡатнашыусы студенттарҙың береһе: “Киләсәктә реклама өлкәһенә эшкә саҡырһалар, барасаҡһыңмы?” – тигән һорауына: “Унда эшләр өсөн һылыу, йәш йөҙ һәр саҡ кәрәк, ә матурлыҡ бер көнлөк”, – тигән тапҡыр яуабы менән тағы ла һоҡландырҙы.
Буй-һыны, йөҙ һыҙаттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән беҙҙең халыҡҡа оҡшаған ҡырғыҙ һылыуы Айназ эске булмышы менән дә башҡорт гүзәл заттарына оҡшап, сабыр, баҫалҡы икән. Уның хатта әлегә тиклем сит республикала Ҡырғыҙстан данын яҡлап, еңеү яулап йөрөгәнен үҙҙәрендә ишетмәгәндәр ҙә...