Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ярославлдә «Проектория» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.
Ил башлығы үҙ сығышында форум ҡатнашыусыларына нисек итеп һөнәр һайлауы хаҡында һөйләне.
“Минең хыялдарым бик күп ине, бөтә егеттәр кеүек, моряк, летчик булырға теләнем. Барыһын да уйлап, үлсәп ҡарай торғайным”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Владимир Путин. Президент билдәләүенсә, һөнәр һайлағанда ул ата-әсәһе, уҡытыусылары менән күп тапҡырҙар бер һүҙгә килә алмаған. Бихисап юғары уҡыу йорттарын йөрөп сыҡҡандан һуң киләсәктә кем булырын хәл иткән: “Көн дә киләм дә ултырам, шулай бөтә юғары уҡыу йорттарын әйләнеп сыҡтым. Һеҙгә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарарға тәҡдим итәм. Үҙегеҙгә ғүмер буйына кем булып хеҙмәт итергә теләр инем тигән һорау бирегеҙ. Иртән торғас та шул эш менән ихлас шөғөлләнәсәкһегеҙме?"
Путин билдәләүенсә, һәр кеше быға үҙенсә килергә тейеш һәм ул юл еңелдән булмаясаҡ. Шулай уҡ ил башлығы уҡыусыларға үҙ кәңәштәрен еткерҙе: “Барыһы ла күңелдә булырға тейеш. Бына мин был эштә иң юғары уңыштарға өлгәшәсәкмен, тап бында үҙемде тулыһынса асасаҡмын тигән уй һәр берегеҙгә килергә тейеш”.
«Проектория» Бөтә Рәсәй форумы ( “Буласаҡ ил лидерҙары”) 2013 йылдан алып уҙғарыла. Был сараға юғары уҡыу йорттарынан, мәктәптәрҙән иң яҡшы уҡытыусылар һәм уҡыусылар саҡырыла.