Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 16:15

"Башҡорт йыры"на рәхим итегеҙ!

...

29-30 ноябрь Башҡортостан дәүләт концерт залында "Башҡорт йыры"ның Гала-концерты уҙа. Сараның төп маҡсаты: башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу.
18 йәштән 40 йәшкә тиклем эстрада һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусы профессиональ йырсылар ҡатнашҡан конкурс бер нисә этапта уҙған. Йырсыларҙы абруйлы жюри ағзалары: филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғәлина, БР-ҙың халыҡ артисы Азамат Тимеров, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов һәм башҡалар баһалаған.
Сарала ҡатнашалар: Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Венер Абдуллин, Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Радик Вәлмөхәмәтов, Бибисара Азаматова, Марсель Ҡотоев, Лилиә Ишемйәрова, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, Дамир Тайыпов, Иҙел Аралбаев, Алһыу Бәхтиева, Альберт Салауатов, Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар,
Нәзифә Ҡадырова, Баязит Байназаров, “Ҡарауанһарай”, “Тархан”, “Бәхетле” төркөмдәре.
“Башҡорт йыры”ның 8 йыллыҡ тарихында йырсылар тәүге тапҡыр Башҡортостандың милли оркестры оҙатыуында йырлаясаҡ.
Читайте нас в