Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 00:30

«IQБалаБаш» һәм «Inofon BASH» башҡорт теленә өйрәтәсәк!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды туған телебеҙҙе өйцрәнеү өсөн смартфондар өсөн ҡушымталар «IQБалаБаш» һәм «Inofon BASH» булдырҙы.«IQБалаБаш» бәләкәстәргә тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнергә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. «IQБалаБаш» сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Был ҡушымтаны Ҡаҙағстандан Алмаз Тәпәйев төҙөгән, ул ҡаҙаҡ телендәге программалар булдырыусы булараҡ билдәле.Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тағы бер уңайлы ҡушымта «Inofon BASH» тип атала. Ҡушымтала һүҙҙәр тематик төркөмдәргә бүленгән, сюжетлы иллюстрациялар, һүҙҙең әйтелеше, яҙылышы һәм һүрәте бирелгән. Ҡушымта һүҙҙәрҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Уны интернетта «Ос3.инофон.башкирский» тип таба алаһығыҙ.Ҡушымтаны өҫтәп алырға теләүселәргә һылтанма:Android: https://play.google.com/store/apps/details?id=com.QaznatProduct.IQBALABAIOS: https://apps.apple.com/ru/app/iq-%D0%B1%D0%B0%D0%BB%D0%B0%D0%B1%D0%B0%D1%88/id1484539220Android: https://play.google.com/store/apps/details?id=oc3.infon.bashIOS: https://apps.apple.com/ru/app/%D0%BE%D1%813-%D0%B8%D0%BD%D0%BE%D1%84%D0%BE%D0%BD-%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9/id1485410948?l=en

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды туған телебеҙҙе өйцрәнеү өсөн смартфондар өсөн ҡушымталар «IQБалаБаш» һәм «Inofon BASH» булдырҙы.
«IQБалаБаш» бәләкәстәргә тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнергә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. «IQБалаБаш» сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Был ҡушымтаны Ҡаҙағстандан Алмаз Тәпәйев төҙөгән, ул ҡаҙаҡ телендәге программалар булдырыусы булараҡ билдәле.
Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тағы бер уңайлы ҡушымта «Inofon BASH» тип атала. Ҡушымтала һүҙҙәр тематик төркөмдәргә бүленгән, сюжетлы иллюстрациялар, һүҙҙең әйтелеше, яҙылышы һәм һүрәте бирелгән. Ҡушымта һүҙҙәрҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Уны интернетта «Ос3.инофон.башкирский» тип таба алаһығыҙ.
Ҡушымтаны өҫтәп алырға теләүселәргә һылтанма:
Android: https://play.google.com/store/apps/details?id=com.QaznatProduct.IQBALABA
Читайте нас: