Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 12:05

Малығыҙҙы табырға ярҙам итәсәк

#нацпроекты

«Рәсәй Федерацияһындағы һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы, ноябрь башына республикалағы малдарҙың 95 проценты идентификацияланған.
Ауыл ерендә йәшәүселәргә яҡшы хәбәр бар: күп функциялы махсус смартфон булдырғандар. «Андроид» системаһы нигеҙендә эшләүсе телефон малдың тире аҫтына ҡуйылған чиптарҙы, электрон билдәләрҙе "уҡый" ала. Ҡорамал малдарҙың ҡайҙа йөрөүен билдәләргә ярҙам итәсәк, йәғни эҙләүе еңелләшәсәк. Әлбиттә, уны малға урынлаштырыу өсөн ниндәйҙер сығымдар талап ителәсәк.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: