«Экология» милли проекты буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү яйға һалына. Әлеге ваҡытта республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу буйынса 14 комплекс эшләп килә. Уларҙы киләсәктә арттырыу күҙаллана.
Яҡын арала сүп-сарҙы айырыу комплексы Баймаҡ районында ла барлыҡҡа килер тип көтөлә. Баймаҡ районында көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа айырыу комплексын төҙөү өсөн 70 гектар ер бүленгән. Ул күрше район-ҡалаларҙы ла хеҙмәтләнерәсәк, ти делегация вәкилдәре. Комплекстың ҡеүәте йылына 100 мең тонна сүп-сар эшкәртергә мөмкинлек бирәсәк. Районда үткәрелгән инвестиция сәғәтендә проект хуплау таба. Артабан республикаға сығыу, кәрәкле документтарҙы туплау күҙаллана.
Экология министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 2 мең 900 сүплекте юҡҡа сығарыу, ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 9 меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләү, 10 полигон һәм сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөү һәм башҡа эштәр планлаштырылған. Ошо маҡсатта 36 миллиард һум аҡса йәлеп ителәсәк.