Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 11:50

Донъя чемпионатынан туғыҙ миҙал менән!

Башҡортостандан йәш каратэ оҫталары донъя чемпионатында туғыҙ миҙал: биш алтын, өс көмөш һәм бер бронза яуланы.

Башҡортостандан йәш каратэ оҫталары донъя чемпионатында туғыҙ миҙал: биш алтын, өс көмөш һәм бер бронза яуланы.
Донъя беренселегендә «Һаҡланыу сараларында тулы контакт» дисциплинаһындаһында Өфө ҡалаһы егеттәре Егор Латипов — 1-се урын, 14-15 йәш (57 килограмға тиклем), Даниил Хаҡов — 1-се урын, 12-13 йәш (39 килограмға тиклем), Динар Дәүләтбаев— 4-се урын, (12-13 йәш, 45 килограмға тиклем), Кирилл Вавилов — 4-се урынға (18 йәштән өлкән, 64 килограмға тиклем) лайыҡ булды.
«Сикле контакт» дисциплинаһында Стәрлетамаҡ спортсылары һынатманы. Матвей Котков — 1-се урын (14 йәш, абсолют категория), Юлия Байымова — 1-се урын (16-17 йәш, 60 килограмға тиклем), Альфред Ғилфанов— 1-се урын (12-13 йәш, ике төр ярыш), Юлия Байымова — 2-се урын (16-17 йәш, абсолют категория) Александр Сапунов — 2-се урын (16-17 йәш, 80 килограмға тиклем), Альфред Ғилфанов, Егор Демичев, Данияр Мәҡсүтов — 3-сө урын (12-13 йәш, ката-төркөм) һәм Дүртөйлө егете Алмаз Манкиев — 2-се урын (12-13 йәш, ике төр ярыш) яуланы.
Афарин, егет һәм ҡыҙҙар!
Читайте нас: