Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 11:55

"Украина түгел, үҙегеҙ хаҡында уйлағыҙ..."

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Украинаға бәйле булған һорауҙар менән башты ҡатырмаҫҡа кәңәш итте. Был хаҡта ул Санкт-Петербургта яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асыу тантанаһында халыҡҡа еткерҙе.
#ВладимирПутин
Килгән ҡунаҡтарҙың береһе Путинға Украина хаҡында һорау бирергә теләүен белдерҙе. Хатта күршеләр тураһындағы бер китапты бүләк итергә үрелгәйне, Путин: "Ни өсөн барығыҙ ҙа Украинаны уйлай, үҙегеҙҙе лә онотмағыҙ ", — тине.
Президент ярҙамсыһы Юрий Ушаков 9 декабрҙә үтәсәк "норманд форматында"ғы осрашыуҙа Владимир Путиндың Зеленский менән осрашыуы хаҡында хәбәр итте. Асыҡланыуынса, Зеленский был осрашыуҙа Донбассты бушатыу хаҡында һүҙгә килешмәксе.
Читайте нас: