Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бахрейн короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты, шәйех Абдулрахман бин Мөхәммәт Әл-Хәлифә һәм Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар республикаға «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән.
Ошондай абруйлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү — Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт, республика Рәсәй исламы үҙәктәренең береһе булып тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Беҙҙең көндәрҙә республикала мәсеттәр әүҙем төҙөлә, хәҙер улар 1400-ҙән ашыу.
«Беҙ Яҡын Көнсығыш илдәре, шул иҫәптән Фарсы ҡултығы ынйыһы – Бахрейн короллеге менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тине республика башлығы һәм Башҡортостандың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне.
Бахрейн короленең бер туғаны, шәйех Абдулрахман үҙенең яуап һүҙендә уның сәләмен тапшырҙы һәм республиканың ҙур ҡеүәтен билдәләне.
«Король ғали йәнәптәре Рәсәй президенты Владимир Путин менән һәйбәт мөнәсәбәттә. Илдәребеҙ араһында тормоштоң төрлө өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында күп меморандумдар төҙөлгән. Бахрейн менән һеҙҙең республика араһында оҡшашлыҡ бар. Беҙ нефткә бай һәм республикағыҙҙың бик үҫешкән булыуын, бында исламға, уның традицияларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүлеүҙәрен беләбеҙ. Сәфәребеҙ тығыҙ бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш», — тине шәйех Абдулрахман.
Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, республика хеҙмәттәшлеккә асыҡ, үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе яйға һалырға мөмкин булған өлкәләр күп. Нефть химияһынан тыш, машиналар эшләү һәм туризм.
«Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү файҙалы булды, мин уға королебеҙҙең сәләмен тапшырҙым. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙе өйрәнергә һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға һөйләштек. Беҙҙе хатта тарихи факттар берләштерә. Бахрейнда ла, Башҡортостанда да нефтте 1932 йылда сығара башлағандар», — тине шәйех Абдулрахман журналистарға.