Шоңҡар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 00:10

Сәйер күк есемен күрҙегеҙме? НЛО-мы?

Видеояҙмаһы сайтта:

Бөгөн киске сәғәт етеләрҙә Өфө халҡы ошондай мөғжизәгә шаһит булды.
Был видео телеүҙәк ихатаһынан төшөрөлгән. Күктә янып осҡан сәйер нәмә ҡапыл пәйҙә була? Бер аҙ ваҡыттан ул сағыуыраҡ яҡтыра башлай һәм көтмәгәндә юғала. Сәйер күренешкә меңләгән кеше шаһит булған, интернет видеояҙмалар менән тулған. Был нимә һуң? НЛО? Юҡ, баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә күк есеме түгел. Байконур йәки Көнсығыш космодромынан ракета осорғандар, бына шуның яғыулығы бөткән бер быуыны ергә төшөп барған.

Читайте нас в