Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 14:25

Асҡар Абдразаҡов «Онегин» опера премияһына лайыҡ булды

...

Санкт-Петербургта Михайлов театры сәхнәһендә «Онегин» милли опера премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Сарала Михайлов театрының симфоник оркестры оҙатыуында донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары сығыш яһаны.
«Сәхнә оҫтаһы» номинацияһында еңеүселәрҙең береһе – Мефистофель («Фауст», Ш. Гуно) һәм Лепорелло («Дон Жуан», В.А. Моцарт) партиялары өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абразаҡов.
«Әлбиттә, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға рәхмәт әйткем килә. Ошонда ултырған һәр кемгә ижади оҙон ижади ғүмер теләйем. Башҡорт опера һәм балет театрына рәхмәт», — тине Асҡар Абдразаҡов.
«Дебют» номинацияһында «Онегин» премияһына — Башҡорт опера һәм балет театры солистары Олеся Мезенцева, Ян Лейше, Артур Ҡәйепҡолов, «Примадонна» номинацияһында Эльвира Фәтихова, Лариса Әхмәтова тәҡдим ителде. «Состав» номинацияһында — Ш.Гуноның «Фауст», В.А. Моцарттың «Дон Жуан», Дж.Вердиҙың «Аттила» опералары, «Музыкаль етәксе» номинацияһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артём Макаров күрһәтелде.
Ойоштороу комитетына илдең 22 театрынан 84 ғариза килде. Исемлеккә 11 театр инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: