Мәскәүҙә «Йылдың иң яҡшы моделе — 2019» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсының финалы үтте.
Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Милена Вәхитова сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ ошо конкурста еңеү яуланы.
Башҡорт һылыуҡайы республикабыҙ һәм стилләштерелгән башҡорт кейеме менән таныштырҙы, киске күлдәк һәм имидж дефилеһын күрһәтте.