Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 16:10

Беренсе төйөрлө ҡоймаҡтан һуң буласаҡ һәләтле яҙыусы танауын төшөрмәй

Дуҫтар! Төркөмөбеҙҙә "Билдәле шәхестәр тормошонан ун ваҡиға" тигән рубрика булдырырға ҡарар иттек. Беренсеһе - Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошонан, ижадынан алынған ун ҡыҙыҡлы факт. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

Хикәйәләр, повестар һәм киң билдәле “Ырғыҙ” романы менән башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә ҙур өлөш индергән яҙыусыларҙың береһе, тәүгеләрҙән булып республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелгән Һәҙиә Дәүләтшинаның (1905 – 1954) тормошонан ун ваҡиға.

1. Һәҙиә үҫмер саҡта яҡын кешеләрен бер-бер артлы юғалта: башта олатаһы (1916), унан атаһы (1919) үлә. Ун дүрт йәшлек ҡыҙҙың иңенә һаңғырау әсәһе менән дүрт ҡусты-һеңлеһен аҫрау һәм тәрбиәләү бурыстары төшә.

2. 1922 йылда яҙыусы һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшинға Һамарҙа кейәүгә сыға. Унан һуң йәш кәләштең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә: Өфө педрабфагында (1924) уҡый, һуңынан Мәскәүҙең редакторҙар әҙерләү институтына (1932) уҡырға инә.

3. Белем алыуға һәм ижад итеүгә мөмкинлектәре булһа ла, Һәҙиә Дәүләтшинаға күпселек өйҙә хужабикә булып ҡына ултырырға тура килә. Ул 1924 йылдан башлап үпкә сире менән яфалана.

4. Әҙәби ижадҡа 20-се йылдарҙың икенсе яртыһында “Һылыуҡҡай-пионерка” хикәйәһе менән килә. Ҡоро һүрәтләү алымына ғына ҡоролған был тәүге ижад емеше тураһында ҡәләмдәштәре: “Яңыса тәрбиә алған Һылыуҡай менән ҡараштары Октябрь түңкәрелешенә тиклем формалаша башлаған Төңкөлдөк әбей араһында айырма динамик үҫештә асып еткерелмәй”, - тиҙәр.

5. Беренсе төйөрлө ҡоймаҡтан һуң буласаҡ һәләтле яҙыусы танауын төшөрмәй. Икенсе әҫәре үҙ осоро өсөн актуаль проблемаларҙы күтәреү менән бергә, әҙәбиәткә яңы һулыш та өрә. Был беҙ әле лә яратып уҡыған “Айбикә” (1930) повесы була.

6. Тарихта ҡанлы эҙҙәрен ҡалдырған 1937 йылдың афәте Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың да тормошон урап уҙмай. Башта төрлө нахаҡ ғәйептәр менән ғәйепләнеп, тормош иптәше, һуңынан әҙибә үҙе ҡулға алына.

7. “Халыҡ дошманы”ның ҡатыны булараҡ ҡулға алынған Һәҙиә Дәүләтшина 1942 йылдың көҙөнә тиклем Темниковск лагерында яфа сигә.

8. Иреккә сыҡҡас та ул тулы ҡанлы тормошта йәшәй алмай. (Репрессияланғандарҙы реабилитациялау 1955–1956 йылдарҙа ғына башлана). Төрлө урында ҡара эштәрҙә бил бөгөргә тура килә. Өфөләге ауыл хужалығы үҫемлектәрен һынап ҡарау станцияһында төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Унан Сулея станцияһында, Ҡыйғы районында, Бөрө ҡалаларында йәшәп, михнәтле тормош күреп үлә.

9. Билдәле “Ырғыҙ” романын төрмәнән сыҡҡас, 1942–1952 йылдарҙа яҙа. Ләкин “Халыҡ дошманы”ның ҡатынының был ижад емеше ваҡытында тейешле баһа алмай һәм үҙе үлгәндән һуң нәшер ителеп, 1957 йылда республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһын ала.

10. Бөгөнгө көндә Һәҙиә Дәүләтшина ижады төрлө яҡлап өйрәнелә һәм ҡәләмдәштәре лә уның әсе яҙмышын ҡайһы бер әҫәрҙәрендә прототип булараҡ ҡуллана. Мәҫәлән, үҙенең күҙҙалауҙарын урынлы ҡушып ижад ителгән Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романындағы Әҙибә образы аша уҡыусы Һәҙиә Дәүләтшина тормошо менән яҡынданыраҡ, образлы һүрәтләүҙәр аша таныша ала.
Читайте нас: