Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 12:30

Монсон Александр Чистовҡа еңелде

...

Джиу-джитсу буйынса халыҡ-ара турнир сиктәрендә, Өфөлә көрәш буйынса Евразия кубогы үтте. Унда билдәле көрәшселәр көс һынашты.
Өфөлөләр 11 ҡыҙыҡлы алышты тамаша ҡылды. Кисә кульминацияһы булып ҡатнаш көрәш буйынса донъя чемпионы Джеффри Монсондың сығышы торҙо. Ул Калининград спортсыһы Александр Чистов менән һуғышты. Чистов ҡасандыр "UFC"-ла сығыш яһаусы Джефф Монсонды еңел генә еңде. Американан килеүсе ҡунаҡ Башҡортостан халҡына, турнирҙы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, ярышты тамаша ҡылырға республика етәксеһе Радий Хәбиров та килде.
Читайте нас: