Рәсәй Президенты Владимир Путин Беренсе каналда күрһәтелгән «Тренер» фильмында самбо һәм дзюдо буйынса беренсе тренеры Анатолий Рахлиндың аңына һәм тормошона нисек тәьҫир итеүен һөйләне.
– Асылда, ул мине ишек алдынан, урамдан тиерлек алып инеп, спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирҙе, аңымды, тормошҡа ҡарашымды үҙгәртергә ярҙам итте, – тине ил етәксеһе.
Анатолий Рахлин 100-ҙән ашыу спорт мастеры әҙерләгән. Уның Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәре лә бар. 2013 йылда уны элекке уҡыусыһы, ил Президенты Почёт ордены менән бүләкләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йылда Путиндың тренеры вафат булып ҡуя. Ошо көндәрҙә «Турбостроитель» дзюдо клубының 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Рахлин. Путин. Самбо. Дзюдо, Декабристар, 21. Башланғыстарға ҡағылыу» фотокүргәҙмәһе лә асылды. Ул тематик бүлектәргә бүленгән. Шулар араһынан береһе «Көрәшсе Владимир Путин» тип аталған.