Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 11:55

Умарталарға чиптар ҡуйыла

#нацпроекты

«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә, 1 августан республикала умарталарға электрон чиптар ҡуйыла башланы.
Чиптар ярҙамында ветеринарҙар ревизия ваҡытында бал ҡорттары ғаиләһенә быға тиклем ниндәй профилактик саралар ойошторолған булыуын ҡарай ала, дауалау юлдарын барлай. Балды һатыуға сығарғанда ветеринар теркәп ебәргән документта умарталыҡ тураһында был мәғлүмәттәр асыҡ күренәсәк.
Республика ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, был эш "Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы башҡарыла. Хәҙер малдың, ит-һөт аҙыҡтарының ғына түгел, ҡайҙан, кемдән һатып алыуын ғына түгел, ҡорттарҙы ла ҡарай аласаҡтар. Әгәр хужаның рөхсәт ҡағыҙы юҡ икән, ҡорттарҙың сығыш билдәһеҙ тип иҫәпләнәсәк һәм башҡа умарталыҡтарҙан биш саҡрым алыҫта ҡуйыласаҡ.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: