Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 14:20

Башҡортостанда органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса операциялар һаны артҡан

...

Быйыл Башҡортостанда трансплантация үҫеше тарихында тәүге тапҡыр органдарҙы күсереп ултыртыу буйынса 50-нән ашыу операция яһалған, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция 1996 йылда эшләнгән. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда бөтәһе 468 бөйөр күсереп ултыртылған.
«2019 йыл йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса ла рекордлы булды, — тип билдәләнеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Быйыл өс-дүрт урынына, ете операция яһалған».
Әлеге ваҡытта Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында — бөйөрҙө, бауырҙы, ә Республика кардиология үҙәгендә йөрәкте күсереп ултыртыу операциялары яһала.
«Бөгөн 155 пациент яңы бөйөр көтә. Башҡортостанда бөтәһе 1,2 меңдән ашыу кеше алмаштырыусы бөйөр терапияһында. Әле 66 кеше – бауырҙы, 22-һе йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһына сиратта тора. Бынан тыш, ашҡаҙан аҫты биҙен күсереп ултыртыуға ла сират бар. Хәҙер унда 21 пациент», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Читайте нас в